28 ғинуарҙа БДУ-ның ғалимдары Яңауыл районына экспедицияға килде.
Билдәле булыуынса, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты коллективының “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарына этнолингвомәҙәни экспедиция” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булғайны. Проекттың маҡсаты изге – төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәүселәрҙең тел үҙенсәлектәрен, фольклор өлгөләрен йыйыу.
Ғалимдар Яңауылда, шулай уҡ Яңы Уртауыл, Киҫәк-Ҡайын, Ямаҙы ауыл биләмәләрендә булып, ерле халыҡтан ауыҙ-тел ижады өлгөләре, ономастик материал йыйҙы.