Бөгөн, 30 ғинуарҙа, Яңауылда райондың Спорт уйындары иҫәбенә саңғы ярыштары үтте. Унда ун команда ҡатнашты – предприятие, ойошмалар спорт рейтингыһында юғары урын өсөн көрәште.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урында «РН-Транспорт», Яңауыл район үҙәк дауаханаһы икенсе, «ЦКОМУ» өсөнсө урын алды.
Ярыш спортсыларҙа сағыу тәьҫорат ҡалдырҙы.