Ҡурай
+7 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
10 Февраля 2021, 13:01

Израиль менән хеҙмәттәшлек нығый

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Израиль Премьер-министры Биньямин Нетаньяху телефондан һөйләшеү үткәрҙеләр. Уның барышында, айырым алғанда, Яҡын Көнсығыштагы хәл мәсьәләләре тураһында һөйләштеләр, тип хәбәр итә Кремль матбуғат хеҙмәте.

Һөйләшеүҙең Израиль яғы башланғысы менән уҙыуы билдәләп үтелә.

"Көн тәртибендәге актуаль мәсьәләләр, беренсе сиратта, Яҡын Көнсығыштағы ағымдағы хәл контекстында фекер алышыу булды. Төрлө дәрәжәләрҙәге бәйләнештәр тураһында һүҙ барҙы", - тиелә хәбәрҙә.

Владимир Путин мелән Нетаньяху араһындагы һуңғы һөйләшеү уҙған йылдың декабрь ахырында булған. Ул ваҡытта ил лидерҙары хеҙмәттәшлекте үҫтереү, коронавирус менән көрәшеү һәм Сириялағы хәл тураһында фекер алышҡандар.

Фото: РИА Новости
Сығанаҡ: kiziltan.ru
Читайте нас