Ҡурай
+24 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
10 Февраля 2021, 05:03

Яңауыл вундеркинды гимназияға еңеү килтерҙе

13 йәшлек Саид Ахмади 9 класта уҡый

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында 13 йәшлек 9 класс уҡыусыһы биология буйынса призер булды
Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында Яңауыл районынан тағы ла бер еңеүсе бар. Ул — И.Ш.Мөҡсинов исемендәге гимназияның 9 класс уҡыусыһы Саид Ахмади (етәксеһе Альбина Атдинова).
“Уның еңеүе лайыҡлы”, — ти гимназия уҡытыусылары.
Саид Ахмади — бик һәләтле уҡыусы, 13 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, 9 класта белем ала. Мәғариф учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, ул элек Когалым ҡалаһында биология һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән үткән күп һанлы олимпиадаларҙа ла еңеүсе һәм призер булған.
Читайте нас