Песков дәүләт башлығының “иҫ киткес сәләмәтлеге” хаҡында һөйләгән.
“Перзидентта, тьфу-тьфу, иҫ киткес сәләмәтлек, ә прививкаларҙы ошо иҫ киткес сәләмәтлекте һаҡлау өсөн яһайҙар. Бынан башҡа артыҡ бер нимә дә әйтә алмайым”, – тигән Кремльдең матбуғат секретаре.
Шул уҡ ваҡытта Песков дәүләт Башлығының вакциналаныу графигы тураһында һөйләүҙән баш тартҡан.
Быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы прививканы йәй аҙағында йәиһә көҙ көнө яһатырға мөмкинлеге хаҡында әйткән ине. Путин нәҡ Рәсәй вакцинаһын яһатасағын аҫһызыҡланы, сөнки уны барлыҡ күрсәткестәр буйынса иң яҡшыһы тип һанай.