Республика яңылыҡтары
18 Февраля 2021, 15:28

Радий Хәбиров саҡырыуы буйынса “йәшел бәйге”гә

Яңауыл коррекцион мәктәбенең йәш тәрбиәләнеүселәре Өфөгә хоккей уйынына бара

Бөгөн Өфөлә “йәшел бәйге” — “Салауат Юлаев” һәм “Ак Барс” хоккей командаларының традицион ҡапма-ҡаршы уйыны үтә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров саҡырыуы буйынса был уйынды көйәрмәндәр иҫәбендә Яңауыл коррекцион мәктәбенең йәш тәрбиәләнеүселәре лә ҡараясаҡ.
Әлеге ваҡытта “ГАЗель” автомобиле йәш тәрбиәләнеүселәр менән юлда. Ә хоккей матчы бөгөн киске 7-лә башланасаҡ.
Бөгөн Ҡазандың “Ак Барс” командаһы 86 мәрәй менән КХЛ-дың турнир таблицаһын етәкләһә, “Салауат Юлаев” 73 мәрәй менән беренсе һигеҙлекте йомғаҡлай. Дәғүәселәрҙең үткәрелгән уйындар һаны бер тигеҙ — икеһенеке лә 55-шәр.
Ләкин, билдәле булыуынса, теләһә ҡайһы бәйгелә турнир эштәре икенсе планға күсә, сөнки һәр бәйгенең үҙ тарихы, үҙ статистикаһы, үҙ дәрте. Балаларҙы хоккей уйынына ғашиҡ итер өсөн ике команда ла ҡулдарынан килгәндең бөтәһен дә эшләр, тип ышанғы килә, сөнки балалар өсөн был — ысын ваҡиға.
Читайте нас