Ҡурай
+9 °С
Облачно

Яңауыл мәктәбе Балалыҡты өйрәнеү, ғаилә һәм тәрбиә институтының инновацион майҙансығы статусына эйә булды

Белем биреү учреждениеһы өсөн шәхси эш планы төҙөләсәк

1-се мәктәп тәрбиә һәм мәғариф өлкәһендә яңы ғилми асыштар индереү буйынса федераль инновацион майҙансыҡтар конкурсында ҡатнашты. Һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса белем биреү учреждениеһына Балалыҡты өйрәнеү, ғаилә һәм тәрбиә институтының инновацион майҙансығы статусы бирелде. Был турала “Яңауыл таңдары” гәзитенә мәктәп директоры Фәрит Харисов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, “инновацион майҙансыҡ өсөн шәхси эш планы төҙөләсәк, уның эшмәкәрлеге киләһе йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк”.
Әйткәндәй, инновацион майҙансыҡ статусын Башҡортостандан 11 белем биреү ойошмаһы алған.
Был сара “Мәғариф”, “Фән” милли проекттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас