Ҡурай
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Фольклориадаға 100 көн ҡалды

Республикала йәйгеһен үткәреү планлаштырылған иң сағыу, ҡыҙыҡлы һәм көтөлгән мәҙәни ваҡиғаға – VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем 100 көн ҡалды.

Республикала йәйгеһен үткәреү планлаштырылған иң сағыу, ҡыҙыҡлы һәм көтөлгән мәҙәни ваҡиғаға – VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем 100 көн ҡалды.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа ошо датаға арналған тантаналы сара үтте. Байрамдың иң мөһим өлөшө VI Бөтә донъя фольклориадаһының Дирекцияһын асыу булды. Ул эшен яңы форматта башлай. Сара хаҡында Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында хәбәр ителде.
Кире иҫәпте Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров башлап ебәрҙе.
"Бөгөн, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы көнөндә, Фольклориадаға тиклем ҡалған 100 көндө һанай башлайбыҙ. Ул - 2021 йылдың иң ҙур сараларының береһе. Беҙҙең бурыс – фестивалгә килгән ҡунаҡтар республикабыҙҙы оҡшатһын, Башҡортостандың илебеҙҙә иң уңайлы урындарҙың береһе икәненә инанһын", – тине А. Назаров.
Бөгөнгө тағы ла бер мөһим ваҡиға – Бөтә донъя фольклориадаһы логотибы төшөрөлгән тәңкә – фестивалдең уникаль талисманы менән танышыу.
Тантаналы сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты. Халыҡты В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары, CIOFF®-тағы Рәсәй милли секцияһының яуаплы секретары, Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү комитеты ағзаһы Андрей Беляев тәбрикләне.
Сараға онлайн тәртиптә Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү комитеты ағзаһы, Үҙәк һәм Төньяҡ Европа секторы рәйесе Сьюзан Крамер ҙа ҡушылды. Ул мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ошо өлкәлә эшләгән бар кешеләргә донъя мәҙәниәте мираҫын һаҡлауға, үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт әйтте.
Фольклориада башланғанға тиклемге ваҡыттың кире иҫәбе башланды. Теүәл 100 көндән республикабыҙ йылъяҙмаһында лайыҡлы урын алыр мәҙәни ваҡиға башланасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: донъяның төрлө халыҡтарын берләштергән ҙур фестиваль 3 – 10 июлдә булырға тейеш. Алтмыш илдән йыйылған ике меңдән ашыу кеше үҙ халыҡтарының мәҙәниәте менән төрлө яҡлап таныштырыу өсөн Башҡортостанға йыйыла. Программалар республиканың 35 муниципалитетында уҙа.
Ғәйәт ҙур мәҙәни сара үткән йылдың йәйендә ойошторолорға тейеш ине, әммә пандемияға бәйле кисектерелеп торҙо.
Фото: pravitelstvorb.ru
"Башҡортостан" гәзите сайтынан
Читайте нас