Ҡурай
+23 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
27 Марта 2021, 16:40
Владимир Путин йәнә ике срокка һайлана ала
Дәүләт думаһы Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты Владимир Путинға дәүләт башлығы вазифаһын тағы ике срокта биләү мөмкинлеге бирә торған закон ҡабул итте. #ВладимирПутин
Яңы закон һайлауҙар һәм референдумдар үткәреүгә бәйле документтарҙы уҙған йылда Рәсәй Конституцияһына ҡабул ителгән төҙәтмәләргә яраҡлаштыра. Уны Дәүләт думаһы депутаттары Павел Крашенинников һәм Ольга Савастьянова, шулай уҡ сенатор Андрей Клишас эшләгәндәр, тип хәбәр итә "РИА Новости".
Яңылыҡ нигеҙендә ил етәксеһе постына ике тапкырҙан артыҡ һайланыуҙы тыйыу ғәмәлдә ҡала. Әммә хәҙер Төп законға төҙәтмәләр керткәнсе Президент постында уҙҙырылған ваҡыт иҫәпкә алынмай.
Бынан тыш, хәҙер дәүләт башлығы постына бары тик 35 йәшкә еткән, «илдә даими рәүештә йәшәүе 25 йылдан да кәм булмаған, элек сит ил гражданлығы булмаған йәки башҡа дәүләт территорияһында оҙаҡ ваҡытҡа йәшәү хоҡуғы теркәлмәгән йәки башҡа документҡа эйә булмаған граждан ғына дәғүә итә ала».
Шул уҡ ваҡытта тейешле норма элегерәк Рәсәй Федерацияһы составына тулыһынса йәки өлөшсә кергән дәүләт гражданы булған һәм әлеге территорияла даими йәшәгән Рәсәй граждандарына ҡағылмай.
Фото: «Кремлин.ру»
Сығанаҡ: «Ҡыҙыл таң» гәзите
сайты.
Читайте нас