Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Дауахана өсөн – техник мөмкинлектәр

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, баш ҡаланың 18-се клиник дауаханаһына 18 принтер һәм күп функциялы ҡоролмалар алынған.

Был заманса техника учреждениелағы дефицитты кәметеүгә, медицина персоналы тарафынан пациенттарҙың документтарын баҫтырыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға, пациент менән эшләүҙе оҙағыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеүгә булышлыҡ ҡыласаҡ.
Шулай уҡ, ошо проектҡа ярашлы, дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы компьютерҙар килтерелеүе көтөлә.

Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла. Бындай мөмкинлектең төпкөлдәргә лә барып етеүе, ауыл халҡы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ:"Башҡортостан" гәзите сайты
Читайте нас