Матвей Анискин Владимир Путинға «Хәтер баҡсаһы» акцияһын ойойштороуҙы тәҡдим итте. Йәш экоблогер был теләген АНО күҙәтеүселәренең «Рәсәй – бөтә мөмкинлектәр иле» кәңәшмәһе барышында хәбәр иткән.
Кәңәшмә барышында Матвей «ЭКОЯҘ» һәм «Хәйерле шәмбе» акцияларының авторы булыуын да белдерҙе. Был акцияларҙа бөтә ил ҡатнашты. Ул президентҡа, быйыл яҙ көнө, бөтә уҡыусылар менән Бөйөк Ватан һуғышына арнап «Хәтер баҡсаһы» акцияһын ҡатнашыуҙы һораған.
«Был акция бик һәйьәт акция, сөнки һәр уҡыусы үҙҙәренең ата-бабаларының яуҙа күрһәткән батырлыҡтарын иҫләйәсәк һәм хәтерҙә ҡалдырасаҡ», - ти Матвей.
Владимир Путин йәш экоблогерҙың тәҡдимен хуплап – «бик яҡшы акция» тип яуап ҡайтарҙы.