Башҡортостан Республикаһы беренселегендә грек-рим көрәше буйынса 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында мәғариф бүлегенең Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре үҙ ауырлыҡ категорияларында призлы урындар яуланы.
Улар — Айнур Мостафин, Дмитрий Александров, Николай Михайлов, Тимур Мирхәйҙәров, Константин Бархинцев, Искәндәр Зөфәров.
Һайлап алыу турында еңгән Нефтекама спортсылары Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составына инеп, остаздары Азат Зарипов һәм Илһам Ихсановты уңыштары менән һөйөндөрҙө.