Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
19 Апрель 2021, 08:43

Кама йылғаһында боҙ китә

Николо-Березовка ауылы эргәһенән аҡҡан Кама йылғаһында боҙ китә.

Яҙ етеүен белдергән был матур тәбиғәт күренешен халыҡ көтөп ала.
Ә 13 апрель кисендә район халҡы Иҫке Меңйегет ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы буйлап боҙ китә башлауын күҙәтте. Бының өсөн шартлатыу эштәре үткәреү талап ителмәне.
БР территорияһында яҙғы ташҡын осоро бара. Бөтә ерҙә лә һыу күләме артыуы күҙәтелә, һыу баҫыуҙан һәм йылғаларҙағы тығындарҙан зыян күреүсе райондар бар.
Краснокама районында был йәһәттән хәлдәр тыныс — бөгөнгө көндә Ағиҙел һәм Кама йылғаларынан һыу баҫыу янамай. Тәүлек буйына мониторинг бара. Ләкин шуны ла билдәләү мөһим: “күп һыу” осоро апрель аҙағы-май айында, йылғалар тулыланғас башланасаҡ. Шул ваҡытта ғына яҙғы ташҡындың имен үтеүе тураһында әйтергә мөмкин буласаҡ.
Читайте нас