Халыҡҡа каналдың эфиры тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәк, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумында Радий Хәбиров «Тамыр» телеканалын да маҡтаны. Унда башҡорт һәм рус телдәрендә тыуған яҡҡа һәм телгә һөйөүҙе пропагандалаған тапшырыуҙар күрһәтелә.
Күп кенә милли киң мәғлүмәт саралары «Тамыр» менән ҡыҙыҡһыныа, сөнки был беренсе, әгәр яңылышмаһам, милли телдәге берҙән-бер балалар телеканалы», — тине Башҡортостан Башлығы.
Бынан тыш, Радий Хәбиров үҙенең яратҡан радиостанцияһын әйтте. Республика етәксеһе «Юлдаш» радиоһын даими тыңлай.
«Юлдаш» радиоһын беҙҙә генә тыңламайҙар. Күрше төбәктәрҙә лә уның тыңлаусылар байтаҡ», — тине республика етәксеһе милли киң мәғлүмәт саралары форумында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16-17 апрелдә «Красноусол» шифаханаһында «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумы уҙҙы.