Ҡурай
+31 °С
Ясно

Рәсәйҙә иң яҡшы татар теле уҡытыусыһы — Нефтекаманан

Нефтекама уҡытыусыһы Ғәлиә Ҡорбанова ҡала тарихында тәүге тапҡыр Рәсәйҙең “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2021” исеменә лайыҡ булды.

Нефтекама уҡытыусыһы Ғәлиә Ҡорбанова ҡала тарихында тәүге тапҡыр Рәсәйҙең “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2021” исеменә лайыҡ булды.
Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 12 татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабында ҡатнашты. Ҡазан ҡалаһында үткән бәйге Төмән, Екатеринбург, Әстерхан, Түбән Новгород һәм Сыуаш, Башҡортостан республикалары ҡалаларынан иң яҡшы татар теле уҡытыусыларын йыйҙы. Беҙҙең республиканы “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020” республика конкурсы еңеүсеһе, Нефтекама “Мәғариф үҙәге”нең 10-сы мәктәп уҡытыусыһы Ғәлиә Ҡорбанова тәҡдим итте һәм конкурста еңеү яуланы.
Читайте нас