Һауа торошо тотороҡланыу менән ҡаланың Таҙалыҡ һәм тәртип хеҙмәте эшселәре юл тамғаларын (разметка) тергеҙә башланы. Эш күләме ҙур — ҡалала селтәр линияларының оҙонлоғо 250 километр тәшкил итә, шулай уҡ 100-ҙән ашыу “зебра” бар.
Эшселәр юл тамғаларын икенсе йыл рәттән термопластик буяуҙы ҡулланыу өсөн билдәләнгән мобиль агрегат менән төшөрә. Беренсе сезонда улар техника һәм эш технологияһын үҙләштерҙе, шуға ла хәҙер эшләү темпы һәм сифат үткән яҙға ҡарағанда юғарыраҡ буласаҡ.