Ҡурай
+27 °С
Облачно

“Барыбыҙ өсөн дә берәү генә”

Быйыл Рәсәй телевидениеһы тарихында тәүге тапҡыр уникаль проект – “Барыбыҙ өсөн дә берәү генә” (“Одна на всех”) тип аталған телемарафон тормошҡа ашырыла.

Быйыл Рәсәй телевидениеһы тарихында тәүге тапҡыр уникаль проект – “Барыбыҙ өсөн дә берәү генә” (“Одна на всех”) тип аталған телемарафон тормошҡа ашырыла.
Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй телевизион марафоны Камчатканан алып Калининградҡа тиклем илдең героик төбәктәренең үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдыра.
8 майҙа иртәнге сәғәт 6-нан ярты төнгәсә герой ҡалалар, хәрби дан ҡалалары, хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалалары бер эфирға сыға. Илдең төп медиахолдингы булған Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалдары Бөйөк Еңеү тарихын күрһәтә. Проектты “ҠАРАЙБЫҘ” (“СМОТРИМ”) онлайн-платформаһы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итте. “Барыбыҙ өсөн дә берәү генә” телемарафоны шатлыҡ һәм хәсрәт, ҡаһарманлыҡ һәм рух төшөнкөлөгө менән һуғарылған тарих биттәре буйлап ҙур сәйәхәтте тәшкил итә.
Республикабыҙ халҡы телемарафонды 8 майҙа “Башҡортостан 24” телеканалы эфирында ҡарай ала. Ә 9 майҙа канал республика телевидение тапшырыуҙары тарихында тәүге тапҡыр Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанындағы Еңеү парадын күрһәтә. Парадты 9 майҙа 11 сәғәт 55 минутта “Башҡортостан 24” телеканалында ҡарарға була.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас