Ҡурай
+23 °С
Облачно

Нефтекама спортсылары Францияла фитнес-аэробика буйынса донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ

Мәскәүҙә фитнес-аэробика буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге үтте. Нефтекама спортсылары унда яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

Мәскәүҙә фитнес-аэробика буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге үтте. Нефтекама спортсылары унда яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.
БР фитнес-аэробика федерацияһы спортсылары — Нефтекама (мәғариф идаралығының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 98 кеше ярыштарҙа республикабыҙ данын яҡланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 36 спортсы Рәсәй йыйылма командаһы составына инде, улар араһында Нефтекама спортсылары ла бар.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса “Кадеттар. Аэробика” категорияһында 1 урынды Нефтекаманың “Арт-Инфинити” командаһы яулай. “Кадеттар. Аэробика, биш кеше” категорияһында 1 урынды шулай уҡ ҡалабыҙҙың”Арт-данс” командаһы ала. “Юниорҙар. Аэробика” категорияһында беҙҙең “Инфинити” командаһы ҡыҙҙары еңә, 3 урынға шулай уҡ “Арт-данс” командаһы юниорҙары лайыҡ була. Беҙҙең спортсылар ағымдағы йылдың ноябрендә Францияла үтәсәк донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ.
Читайте нас