“Беҙҙең илдә автор йыры һәр ваҡыт төрлө йәштәге һәм һәр быуын тыңлаусыларының айырым мөхәббәтен яуланы. Талантлы авторҙарның һәм башкарыусыларҙың йөрәктән сығыусы музыкаль әҫәрҙәре бөгөн дә заманса яңғырай, шуға күрә уларҙың яҙмышы яҡты”, - тиелә телеграммала.
Президент билдәләп үткәнсә, “Покровский собор” фестивале автор йырының үҙенсәлекле традицияларын дауам итә, халыҡҡа һәм жюриға тәжрибәле артисттарҙы да, һәләтле йәштәрҙе дә тәҡдим итә.
Йыл һайын үткәрелә торған “Покровский собор” патриотик автор йыры Бөтә Рәсәй фестивале 16 майҙа Мәскәүҙә Сауҙа һарайында уҙҙы.
Фото: kremlin.ru