Диспансерға - яңы аппараттар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк - ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Республика табиплыҡ – физкультура диспансеры түбәнге ослоҡтарҙы робот техникаһы ярҙамында дауалау өсөн өс аппарат алды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк - ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Республика табиплыҡ – физкультура диспансеры түбәнге ослоҡтарҙы робот техникаһы ярҙамында дауалау өсөн өс аппарат алды.
Ҡорамал тәндең зарарланған өлөшөн махсус рәүештә хәрәкәтһеҙ хәлгә килтергәндән һуң (иммобилизация) өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү, имгәнеүҙәрҙе, һынған урындарҙы, быуындарҙы дауалау өсөн файҙаланыла. Операциянан һуңғы осорҙа аппарат быуындарҙың хәрәкәтсәнлеген ҡайтарыуға, ауыртыныуһыҙ дауаланыуға һәм пациенттың ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтыуына булышлыҡ итә. Быйыл реабилитация бүлексәләрен йыһазландырыу өсөн 149 медицина ҡорамалы алынды. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 35,6 миллион һум аҡса йүнәлтелде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, тәүге медицина хеҙмәтенән һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеген арттырыу бурысы ҡуйылды. “Берҙәм һанлы контур” киләһе йылдарҙа дәүләт һаулыҡ һаҡлау тармағына йүнәлеш бирәсәк һәм мәғлүмәтләштереүҙең трендтарын формалаштырасаҡ. Медицина ойошмалары араһында бәйләнеш көсәйтеләсәк, граждандарҙың электрон хеҙмәттәренән һәм сервистарынан файҙаланыуы өсөн шарттар тыуасаҡ.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Сығанаҡ: "Башҡортостан"гәзите сайты
Читайте нас