Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
19 Май 2021, 17:29
Яңы баҡса балалар тауышына күмелде
Ошо көндәрҙә Яңауыл районының Шудек ауылында өр-яңы балалар баҡсаһы тәүге бәләкәстәрҙе ҡабул итте.
Ошо көндәрҙә Яңауыл районының Шудек ауылында өр-яңы балалар баҡсаһы тәүге бәләкәстәрҙе ҡабул итте.
“Италмаҫ” тип аталған балалар баҡсаһы ошондай уҡ исем йөрөткән биҫтәлә былтырғы йылдың октябрендә асылғайны. Дөрөҫөрәге: ул төҙөлөп бөтөп тапшырылды, әммә документацияға бәйле эштәрҙе тамамлау бурысы ҡалған ине. Һәм бына, ниһайәт, балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты: ошо көндәрҙә уның тупһаһы аша тәүге бәләкәстәр атлап инде.
– Әлбиттә, был – беҙҙең өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың ҡыуанысы тураһында һөйләйһе лә түгел, – ти мәктәпкәсә учреждениеның мөдире Диана Шараева.
Мөдир әйтеүенсә, йәйге миҙгелдә бында егермеләп баланан торған төркөм эшләйәсәк, ә баҡсаға йөрөргә теләк белдергән бәләкәстәр һаны – 48. Әлеге ваҡытта баҡсала мөдирҙән тыш, ике тәрбиәсе һәм бер ашнаҡсы эшләй.
“Италмаҫ” балалар баҡсаһы “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килде. Мәктәпкәсә тәрбиә усағы 60 урынға иҫәпләнгән һәм заманса йыһаздар, ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Тышҡы уйын майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина япма түшәлгән, йәғни бында балаларҙың уңайлы үҫеше өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Йәш ғаиләләр йәшәгән биләмәләрҙә уңайлыҡтар булдырыу, яңы балалар баҡсалары төҙөү кеүек эштәрҙең барыһы ла Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: Рөстәм Сангов ("Янаульские зори").
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
сайты
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"