Рәсәйҙең 70 субъектының 285 муниципаль берәмеге араһында Нефтекама — 400 меңгә тиклем кеше төркөмөндә “Минең ҡалам — хәүефһеҙ” пилот проекты һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр иҫәбендә.
Әйткәндәй, Нефтекама — Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторған конкурста Башҡортостан Республикаһынан берҙән-бер еңеүсе.
Конкурс барышында ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефтәрен кәметеү, уларға әҙерлек өлкәһендәге күрһәткестәр баһаланды. Шулай уҡ халыҡ именлеген арттырыу өлкәһендә башҡарылған практикалар ҙа бар.
— Уңайлы ҡала мөхите, уңайлы социаль инфраструктура һәм комплекслы хәүефһеҙлек — ҡалабыҙ үҫешенең уңыш нигеҙе, — ти Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.