Ҡурай
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
23 Мая 2021, 08:02
"ГЕН уборка" буйынса беренсе урындабыҙ
Ғәҙәттәге генераль йыйыштырыуҙы уҙғарған ваҡытта ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу фекерен Рәсәйҙең 72 төбәге халҡы хупланы. 15 меңдән ашыу кеше өмәләрҙә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға саҡырған “ГЕН уборка” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашҡан.
Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән ”Экология”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттары нигеҙендә 17 апрелдән 16 майға тиклем барҙы. Уны “Милли өҫтөнлөктәр” ойошмаһы Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте ирекмәндәре ярҙамында ойошторҙо. Иң әүҙем субъекттар иҫәбендә Башҡортостан да бар.
"Сүп-сарҙы айырым йыйыуға ҡыҙыҡһыныу артҡанын күрәбеҙ, шул иҫәптән аңлы ҡулланыу күҙлегенән дә. Һәм бында йәштәр тәьмин итеүсе булып тора, “Экология” милли проектын тормошҡа ашырғанда уларға нығыраҡ ышаныс белдерәбеҙ ҙә инде. Шуға ла биләмәләрҙе таҙартыу буйынса саралар менән рәттән социаль селтәрҙә челлендж ебәрелде, уны шулай уҡ билдәле шәхестәр ҙә хуплап ҡабул итте", – тип билдәләнеләр “Милли проекттар” ойошмаһында.
Йырсы Сати Казанова, актер һәм музыкант Станислав Ярушин, йырсы Анатолий Цой, тревел-блогер Наталья һәм Мурад Османн, шулай уҡ актириса Анна Хилькевич социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә челленджға ҡушылырға саҡырып сығыш яһаны. Челленджда иң әүҙем ҡатнашҡандарға экобүләктәр бирелде.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаныу һәм экология министры Урал Искәндәров хәбәр итеүенсә, халыҡҡа экологик тәрбиә биреү һәр саҡ өҫтөнлөклө мәсьәлә булып ҡала, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатындағы саралар йәмәғәтселектә киң яҡлау таба.
Онлайн акцияны социаль селтәрҙәрҙә 200 меңдән ашыу кеше хуплаған, улар генераль йыйыштырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан, ҡалдыҡтарҙы бүлеү мөһимлеген билдәләгән.
Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн уның сайтында “ГЕН уборка” локацияһын билдәләргә һәм
#генуборки,
#нацпроектэкология
хештегтары менән пост ҡуйырға кәрәк.
Акцияла ҡатнашыусы сертификатын май аҙағына тиклем алырға мөмкин. Бының өсөн сайтта тейешле ғаризаны тултырырға кәрәк.
Ойоштороусылар халыҡты акциялар менән генә сикләнмәй, генераль йыйыштырыуҙы даими алып барырға саҡыра. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу тәртибе менән
генуборки.национальныепроекты.рф.
сайтында таныша алаһығыҙ.
“Ромир” холдингы уҙғарған һорау алыуҙа граждандарҙың 88 проценты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы хуплаған, ә ике йыл элек был һан 73 процент тәшкил иткән.
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
#генуборки
#нацпроектэкология
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
"Башҡортостан" гәзите
сайтынан.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"