Ҡурай
+28 °С
Облачно

Гәрәй ырыуы йыйыны сиктәрендә Ҡалтасы районында

Гәрәй ырыуы йыйыны сиктәрендә Ҡалтасы районында «Мәргән уҡсы» һәм «Таяҡтартыш» (Мас-реслинг) башҡорт милли спорт уйындары ойошторолдо.

Был спорт төрөндә Ҡалтасы 1-се һәм 2-се мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. «Мәргән уҡсы» спорт төрө буйынса оҫталыҡ дәресен - мәргән уҡсылар етәксеһе, «Тамға» башҡорт милли кейемдәр етәксеһе Юлай Ғәлиуллин үткәрҙе. Ә мас-реслингты Ҡалтасы районы буйынса мосолман йәштәре ойошмаһы етәксеһе Фаизов Рөстәм Салауат улы ойошторҙо. Милли спорт уйындары барыһына ла оҡшаны.
Читайте нас