Ҡурай
+29 °С
Облачно

Университеттарыбыҙ юғары баһаға лайыҡ булды

Башҡортостан университеттары “The Times Higher Education Impact Rankings-2021” халыҡ-ара рейтингына инде. Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө авиация техник университеты, Өфө нефть техник университеты – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тотороҡло үҫештең айырым маҡсаттары өлкәһендәге алдынғы урындарға лайыҡ булды.

Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
“The Times Higher Education Impact Rankings-2021” халыҡ-ара рейтингы – донъя университеттары араһындағы иң абруйлы сараларҙың береһе. Ул 2004 йылдан алып Бөйөк Британияның “THE” баҫмаһының тикшереүҙәре тарафынан нәшер ителә.
– Рейтингты эшләгәндә дүрт өлкә – тикшереүҙәр, етәкселек, мәғлүмәт-пропаганда эшмәкәрлеге һәм уҡыу – буйынса сағыштырыу өсөн индикаторҙар файҙаланылған. Университеттарыбыҙ төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә әүҙем ҡатнаша, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығының Фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов.
2021 йылда дөйөм рейтингта барлығы 94 илдән (төбәктән) 1117 университет ҡатнашҡан.
Читайте нас