Бөтә яңылыҡтар

Имтихан тапшырылды

Нефтекама ҡалаһының Физкультура йортонда Нефтекама һәм Удмуртиянан 59 спортсмен ҡатнашлығында сираттағы уҡыу дәрәжәһенә имтихан — семинар һәм кю-тест үтте.

Нефтекама ҡалаһының Физкультура йортонда Нефтекама һәм Удмуртиянан 59 спортсмен ҡатнашлығында сираттағы уҡыу дәрәжәһенә имтихан — семинар һәм кю-тест үтте.
Имтиханда БР киокусинкай төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Сергей Ручьев (III дан) ҡатнашты. Рәсәй Кекушин каратэ федерацияһының техник директоры Вячеслав Митриковский ( шихан V дан, Ульяновск) уҡытыу-тренировка йыйындарын үткәрҙе һәм итмихан ҡабул итте. Был киокусинкай каратэла дүрт сәғәт дауамында барған иң мөһим сараларҙың береһе.
Ҡатнашыусылар стойкалар, ҡулдар менән һуғыу һәм блоктар, аяҡтар менән һуғыу, каратэның хәрәкәттәге база техникаһын, кондицияны (йоҙроҡтарҙа һәм бармаҡтарҙа кәүҙәне күтәреү, тартылыу, пресс һәм ултырыуҙар), кат башҡарыу һәм парҙарҙа (кумит) эшләүҙе тәҡдим итте. Имтихан тапшырыусылар күнекмәләрҙә алған белемдәрен, каратэ техникаһын, физик конденцияны һәм рух көсөн күрһәтте.
Читайте нас