Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Гидрометеорология үҙәге иҫкәртә...

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд илдең ҡайһы бер төбәктәренә ҡурҡыныс ультрафиолет нуры яҡынлашыуы тураһында иҫкәртә.

Ультрафиолеттың юғары индексы Үҙәк, Көньяҡ, Төньяҡ Кавказ һәм Волга буйы федераль округтарында күҙәтелеүе мөмкин. Әйтеүҙәренсә, Волга буйы федераль округының көньяҡ яртыһы, Саранск, Ульянов, Пенза, Һамар, Һарытау, Ырымбур өлкәләре, Башҡортостандың көньяҡ өлөшө ошо хәүефле ультрафиолет нурланышына эләгеүе ихтимал. Был биләмәләрҙә нурланыш индексы 6-7 берәмек тәшкил итәсәк.
Белгестәрҙең аңлатыуынса, бындай индекс юғары иҫәпләнә һәм һаулыҡ өсөн зарарлы эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.
Фото: easyen.ru
Автор: Миляуша Гареева
Читайте нас