Тәүге һорау коронавирусҡа бәйле булыуы аңлашылып торҙо. Һорауҙы алып барыусы бирҙе. Ул өсөнсө тулҡынға әҙерлек, вакцинация һәм башҡа ошоға бәйле мәсьәләләргә ҡағылды.
Владимир Путин мотлаҡ вакцинацияға ҡаршы булыуын белдерҙе.
Дөйөм Рәсәй локдауны булмаҫмы тигән һорауға, ул булмаһын өсөн барыһы ла эшләнә тине. Илдең ун төбәгендә мотлаҡ вакцинация индерелгән икән, тимәк улар был булмаһын өсөн эшләнә.
Владимир Путиндың ҡыш көнө үк коронавирустан прививка яһатҡаны билдәле. Тик ул ошоға тиклем ниндәйен яһағанын әйтмәй килә ине. Бөгөн иһә был билдәле булды.
- Мин прививка яһатҡан саҡта ике вакцина ғына бар ине, улар ЭпиВакКорона менән Спутник V. Беҙҙең прививкаларҙың бөтәһе лә яҡшы, кешеләрҙе яҡлау өсөн эшләнгән. Һорауҙар күп булғас әйтәм, мин Спутник V эшләттем. Саҡ ҡына температура булды һәм шуның менән бөттө. Вакциналар үҙенең һөҙөмтәле икәнлеген күрһәтә, шуға күрә эшләргә кәрәк тип иҫәпләйем, - тине Владимир Путин.