Ҡурай
+28 °С
Облачно

Нефтекамала сирень аллеяһы барлыҡҡа килде

Үткән йыл ҡалала күптән көтөлгән объект — Төҙөүселәр һәм Тракт урамдары араһына тоташтырғыс үткәрелде. Төҙөлөш барышында бер нисә ағас һәм ҡыуаҡтар ҡырҡылды.

Үткән йыл ҡалала күптән көтөлгән объект — Төҙөүселәр һәм Тракт урамдары араһына тоташтырғыс үткәрелде. Төҙөлөш барышында бер нисә ағас һәм ҡыуаҡтар ҡырҡылды.
Объектты йәшелләндереүҙә тәүгеләрҙән булып Һаҡлыҡ банкыһының Нефтекама филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты, улар ун сорт сирень үҫентеһенән торған аллея ултыртты. Сирень ҡыуаҡтары Комсомол проспекты тротуарының йоп һандар яғына ултыртылды. Финанс учреждениеһының йолаға әүерелгән был эше “Сбер-аллея” тип атанылар.
Яҡын арала шулай уҡ әлеге майҙандан трансформатор станцияһын алып, йәшелләндереү эштәрен дауам итеү планлаштырыла.
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас