"Рәсәй, Әрмәнстан һәм Әзербайджан лидерҙарының 2020 йылдың 9 ноябрендәге һәм 2021 йылдың 11 ғинуарындағы Таулай Карабах буйынса ғаризаларын ғәмәлгә ашырыу барышын ҡарау планлаштырыла. Айырым иғтибар хәрби хәрәкәттәрҙән зыян күргән райондар халҡына ярҙам итеү, шулай уҡ төбәктә иҡтисади һәм транспорт элемтәләрен тергеҙеүгә биреләсәк", - тиелә хәбәрҙә.
Бынан тыш, яҡтар ике яҡлы стратегик партнерлыҡты һәм берлекте үҫтереүҙең актуаль аспекттары, Евразия киңлегендә интеграцион берләшмәләр ҡыҫаларында хезмәттәшлекте үҫтереү перспективалары буйынса фекер алышырға планлаштыра.
Фото: Риа Новости