Ҡурай
+4 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
9 Июля 2021, 08:56
16 августан уҡыусы балаларға 10 мең һум аҡса түләү башлана
Аҡса алыусылар иҫәбендә – алты йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар.
Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәп йәшендәге балаларға 10 мең һум аҡса түләү 16 августан башлана, тип хәбәр итте
ТАСС
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы башлығы Антон Котяковтың белдереүенә һылтанма менән.
Уның һүҙҙәренсә, бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғаризалар 15 июлдән ҡабул ителә. Аҡса алыусылар иҫәбендә – алты йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар, шулай уҡ 18 йәше тулған, мәктәптә уҡыуын дауам иткән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле уҡыусылар.
Аҡса алты йәшлек бөтә балаларға ла түләнә, шул иҫәптән быйыл ниндәйҙер сәбәптәр буйынса мәктәпкә бармаусыларға ла.
«Аҡсаны август уртаһында, йәғни уҡыу йылы башланырға ике аҙна ҡалғас — 16 августан түләргә йыйынабыҙ, — тип хәбәр итте Хеҙмәт министрлығы башлығы Рәсәй президенты Владимир Путиндың хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә. — Яңы уҡыу йылы алдынан 20 миллиондан ашыу балаға ошондай ярҙам күрһәтеү планлаштырыла, федераль бюджет сығымдарының дөйөм күләме 204 миллиард һумға төшә».
Автор:
IMPORT Сервисный
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"