Ҡурай
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
11 Июля 2021, 17:34
«Бал эҙләп»: Башҡортостанда умарталыҡҡа айыу килгән
Видеокадрҙа ул кәртәләп алынған умарталыҡ тирәләй йөрөй, ләкин умарталарға яҡын барырға ҡыймай.
Башҡортостанда умарталыҡҡа айыу килгән. Мәләүез районында бер ханым видеояҙманы социаль селтәргә һалған. Тайыш табанды уның ире төшөрөп алған.
Айыу Нөгөш ҡасабаһындағы умарталыҡҡа сыҡҡан. Кадрҙа ул кәртәләп алынған умарталыҡ тирәләй йөрөй, ләкин умарталарға яҡын барырға ҡыймай.
«Тайыш табан йыш килә, былтыр ул беҙҙең биш умартаны туҙҙырғайны. Нисек һаҡланырға белмәнек. Электр көтөүсе тураһында ишеткәс, һатып алып ҡуйҙыҡ. Әлегә һөжүм итмәй, ҡурҡа», — тип һөйләне ханым «Башинформ»ға.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Автор:
IMPORT Сервисный
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"