Республика яңылыҡтары
5 Августа 2021, 08:46

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә экстремаль эҫелек тураһында киҫәтә

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуасаҡ, көслө ел буласаҡ.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә экстремаль эҫелек тураһында киҫәтәБашҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә экстремаль эҫелек тураһында киҫәтә
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә экстремаль эҫелек тураһында киҫәтә

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 5 августа төбәктә йәшен, ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ, йәшен ваҡытында елдең 17-22 метрға тиклем көсәйеүе, республиканың көньяғында +38 градусҡа тиклем эҫелек күҙаллана.

Аҙнаның икенсе яртыһында 5, 6 августа республика территорияһы аша һалҡын атмосфера фронттары урынлашып, эҫелектең кәмеүенә килтерәсәк. Эш аҙнаһы ахырына һауа температураһы көндөҙ +25, +30 градусҡа тиклем төшәсәк. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуасаҡ, көслө ел буласаҡ.

Автор:
Читайте нас