

6 августта Әбйәлил районына ил Президенты Владимир Путин килде. Маҡсаты – “Цемикс” ҡоро ҡатнашмалар һәм аҡ цемент етештереү заводын асыу ине. Был эште тантаналы рәүештә атҡарғандан һуң Владимир Владимирович завод хеҙмәткәрҙәре һәм төҙөүселәр менән аралашты һәм уларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе. Предприятиеның проекттар етәксеһе Марина Жигалева Президенттан башҡорт балынан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы һораны.
“Башҡорт балы – бик яҡшы продукт”, – тине Владимир Путин.
– Мин башҡорт балы тураһында ишеткәнем генә түгел, тәмләп ҡарағаным да бар. Бик тәмле! Мин уны бөтәһенә лә тәҡдим итәм. Башҡортостан – илдә бал етештереү күләме буйынса икенсе урында. Тик беренсе урында булған Приморье крайы менән айырмаһы әллә ни ҙур түгел. Былтыр йыл аҙағында Рәсәйҙә ҡортсолоҡҡа ярҙам итеү тураһында закон ҡабул ителгәйне, – тине Владимир Путин.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/