Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
8 Август 2021, 19:07

Нефтекамала “Октябрь” кинотеатры ҡаршыһындағы майҙан төҙөкләндерелә

Бөгөнгә инженер селтәрҙәре — канализация һәм һыу үткәргес торбалары алмаштырылған.

Нефтекамала “Октябрь” кинотеатры ҡаршыһындағы майҙан төҙөкләндерелә
Нефтекамала “Октябрь” кинотеатры ҡаршыһындағы майҙан төҙөкләндерелә

Ағымдағы йылда Нефтекамала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Октябрь” кинотеатры ҡаршыһындағы майҙанды төҙөкләндереү эштәре бара.

Был проектты тормошҡа ашырыу өс этапҡа планлаштырылып, 62 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Төҙөкләндереү майҙаны 7 560 кв.м. тәшкил итә. Бөгөнгә инженер селтәрҙәре — канализация һәм һыу үткәргес торбалары алмаштырылған. Икенсе һәм өсөнсө сират майҙансыҡтары фонтан урынлаштырыу буйынса подрядсыға тапшырылған. Объекттың әҙерлеге 62 процент тәшкил итә. Программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә халыҡ өсөн ял итеү зонаһын, ҡоро фонтан һ.б. төҙөкләндереү күҙ уңында тотола.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/ 

Нефтекамала “Октябрь” кинотеатры ҡаршыһындағы майҙан төҙөкләндерелә
Нефтекамала “Октябрь” кинотеатры ҡаршыһындағы майҙан төҙөкләндерелә
Нефтекамала “Октябрь” кинотеатры ҡаршыһындағы майҙан төҙөкләндерелә
Автор:
Читайте нас