Ҡурай
+19 °С
Дождь
Республика яңылыҡтары
9 Августа 2021, 15:44

Кисен күктә Венера йондоҙо менән Ай йәнәшә күренәсәк

Башҡортостан халҡы 11 августа кисен күктә Ай һәм киске йондоҙ — Венераның — осрашыуын күрәсәк.

Кисен күктә Венера йондоҙо менән Ай йәнәшә күренәсәкКисен күктә Венера йондоҙо менән Ай йәнәшә күренәсәк
Кисен күктә Венера йондоҙо менән Ай йәнәшә күренәсәк

Венера — планеталар һәм йондоҙҙар араһында иң яҡты йондоҙ (әлбиттә, Ҡояш һәм Айҙан башҡа) быйыл йәйен “киске йондоҙ” булып тора. Ул бик яҡшы күренмәй. Яҡты йондоҙ булараҡ Ҡояш байығандан һуң офоҡтан бары бер сәғәт тирәһе генә күренә.

Йәш Ай 3,5 көнлөк (яңы ай 8 августа тыуҙы) нәҙек ураҡ кеүек, Ҡояшҡа ҡабарынҡы яғы менән боролған үҫеүсе Ай була.

Ике яҡтылыҡ та көнбайышта офоҡтан бик юғары түгел: Ай — 11 градус бейеклектә, ә Венера бер аҙ түбәнерәк һәм Айҙан уңдараҡ күренәсәк. Киске сәғәт 10-да (Ҡояш байығандан һуң бер сәғәт үткәс) Венера офоҡтан йәшеренәсәк.

Автор:
Читайте нас