

Хәҙер урындағы халыҡтың “Криптобиокабина” программа-техник комплексын ҡулланып, 10 йыл ғәмәлдә булыу ваҡыты менән сит ил биометрик паспортын рәсмиләштереү мөмкинлеге тыуҙы.
Инновацион ысул менән биометрик сит ил паспортын рәсмиләштерергә мөмкин булған күп функциялы үҙәктәр һаны республикала 11-гә етте. Бөгөн был хеҙмәт менән Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Ишембай, Күмертау, Белорет, Бәләбәй, Октябрьский, Туймазы һәм Нефтекама ҡалаларында файҙаланырға була.
Кабина цифрлы фотокамера, күләгәһеҙ яҡтыртыу системаһы, бармак эҙҙәре һәм документтар сканеры менән йыһазландырылған.
Документтар тапшырыу һәм әҙер һөҙөмтәне алыу өсөн ғариза биреүселәрҙе ҡабул итеү алдан яҙылыу буйынса башҡарыла. Күп функциялы үҙәктәр белгестәре криптобиокабина аша документтар биргәндә ғаризаны рәсмиләштерергә ярҙам итәсәк.
Мөрәжәғәт итеү статусын Госуслуги.ру порталында һәм күп функциялы үҙәктәр сайтындағы шәхси кабинетта күҙәтеп барырға мөмкин.
фото: "Башинформ".