Ҡурай
+17 °С
Дождь
Республика яңылыҡтары
12 Августа 2021, 06:51

Әбейҙең карауат аҫтына йәшергән аҡсаһын урлағандар

Полиция ике аферисты эҙләй.

Әбейҙең карауат аҫтына йәшергән аҡсаһын урлағандарӘбейҙең карауат аҫтына йәшергән аҡсаһын урлағандар
Әбейҙең карауат аҫтына йәшергән аҡсаһын урлағандар

Нефтекамала 83 йәшлек пенсионерҙы талаған мутлашыусы ике ҡатынды эҙләйҙәр. Улар алдашыу юлы менән әбейҙең фатирына үтеп инә һәм 25 мең һум аҡсаһын урлай.

Әбейҙең фатир ишегенә таныш булмаған ҡатын шылтыратып, торлаҡ хужалығы хеҙмәткәре булыуын әйтә. Уның менән бергә фатирға тағы ла бер ҡатын инә. Уларҙың береһе әбей менән һөйләшкән арала, икенсеһе эсергә һыу һорай. Пенсионер уның менән кухняға үтә. Шул арала тегеһе әбейҙең карауат аҫтында һаҡлаған 25 мең һум аҡсаһын урлай.

Полицейскийҙар шикле был ике ҡатынды эҙләй һәм әгәр ҙә кем дә кем улар тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә, дежур частҡа хәбәр итеүҙәрен һорай.

Автор:
Читайте нас