Ҡурай
+8 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
13 Августа 2021, 15:07

Стәрлетамаҡта һыу заманса таҙартыла

"Таҙа һыу" проектында ҡатнашыуҙың төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу.

Добавить в предпочтительные источники Google
Стәрлетамаҡта һыу заманса таҙартылаСтәрлетамаҡта һыу заманса таҙартыла
Стәрлетамаҡта һыу заманса таҙартыла

Ҙурлығы буйынса республикабыҙҙа икенсе урында торған Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектына әүҙем ҡушылды. Ошо проект нигеҙендә бында һыуҙы заманса алымдар ҡулланып таҙартыу юлға һалынған.

– Ошо мембрана алымы айырыуса яҙғыһын һыуҙар ташҡанда йәки йәйгеһен көслө ямғырҙар ваҡытында һыуҙы яҡшы итеп таҙартыу мөмкинлеген бирәсәк, – тип аңлаттылар.

Бөгөн “Өфө газ компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡоролманы монтажлауҙы 75 процентҡа үтәгән дә инде. Скид һәм манифолдты тоташтырыу тамамлаған, технологик торба үткәргестә эштәр дауам итә.

– Ошо алымды ҡуллана башлаһаҡ, бүтәнсә һыуҙы өҫтәмә таҙартыуҙың кәрәге ҡалмаясаҡ, – тине һөйләне Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин.

 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/

Автор:
Читайте нас