Ҡурай
+9 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
17 Августа 2021, 05:57

Башҡортостанда 90 уҡытыусыға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум аҡса бирелә

Быйыл Башҡортостанда 104 уҡыусы имтихандарҙы 100 балға тапшырған.

Башҡортостанда 90 уҡытыусыға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум аҡса биреләБашҡортостанда 90 уҡытыусыға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум аҡса бирелә
Башҡортостанда 90 уҡытыусыға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум аҡса бирелә

Башҡортостанда 90 уҡытыусыға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум аҡса бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала былтырҙан берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларына премия булдырылды. Премияның күләме — 50 мең һум.

Быйыл Башҡортостанда 104 уҡыусы имтихандарҙы 100 балға тапшырған. 2021 йылда йөҙ балл йыйған эштәрҙең дөйөм һаны — 109.

Биш уҡыусы бер юлы ике фәндән тестарҙы иң юғары балға яҙған.

Уҙған йыл менән сағыштырғанда йөҙ балл йыйған уҡыусылар һаны 6,3% күберәк. Бөтә фәндәр буйынса тиерлек берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балы артҡан, тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Бынан тыш, быйыл Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарында йөҙ балл туплап, республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндәргә республика Башлығының 150 мең һумлыҡ премияһы булдырылды.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
 
Автор:
Читайте нас