

Әйткәндәй, был ярыштар Рәсәйҙә ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар тулыһынса коронавирус инфекцияһынан вакцинация үткән күмәк кеше ҡатнашлығындағы тәүге сара булды.
«Ниһайәт, илебеҙҙә ошо сағыу спорт ваҡиғаһын уҙғарыуҙы көтөп алдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ике йыл көрәш буйынса донъя чемпионаты үткәрелмәне. Юниорҙар араһында Беренселек иһә Рәсәйҙә тәүгә ойошторола. Уны үткәреү урыны итеп Башҡортостандың һайланыуы – беҙҙең өсөн оло хөрмәт һәм ҙур яуаплылыҡ. Донъяның 55 иленән 1 000 атлетты ҡаршы алырға оҙаҡ һәм ныҡлы әҙерләндек».
Башҡортостан Башлығы республикала спорт көрәшенә ҙур иғтибар бирелеүен хәбәр итте – 62 мәктәптә 3,5 меңдән ашыу бала ошо спорт төрө менән шөғөлләнә. 2024 йылда 200 мәктәптә көрәш секцияларын асыу ниәте бар.
Берләшкән көрәш донъяһы президенты, Халыҡ-ара олимпия комитетының допинг буйынса комитеты етәксеһе Ненад Лалович Өфөлә Донъя беренселеген ойоштороуға юғары баһа бирҙе.
«Рәсәйҙә ошондай күләмле турнир тәүгә уҙғарыла. Был осраҡлы түгел, сөнки Башҡортостанда спорт көрәше традициялары бик көслө», – тине Ненад Лалович.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.