Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
19 Август 2021, 12:55

Башҡортостанда +39 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем ҡояш нурҙары аҫтында йөрөмәҫкә кәңәш бирә.

Башҡортостанда +39 градус эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостанда +39 градус эҫе булыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡынлашып килгән аномаль эҫелек тураһында иҫкәртә. Синоптиктар фаразынса, 19-22 августа республикала һауа температураһының +39 градусҡа етеүе көтөлә.

«Эҫе һауа торошо кеше өсөн бик хәүефле. Эҫе ҡабыуы, организмдың һыуһыҙланыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең киҫкенләшеүе ихтимал», — тип иҫкә төшөрҙө ҡотҡарыусылар.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем ҡояш нурҙары аҫтында йөрөмәҫкә кәңәш бирә, сөнки был ваҡытта ҡояш бик әүҙем. Спиртлы эсемлектәрҙән баш тартырға, күберәк һыу эсергә, аҙыҡ-түлекте ҡулдан һатып алмаҫҡа, әүҙем спорт менән шөғөлләнмәҫкә, ҡыҙыу ҡояшта кешеләрҙе машина эсендә бикле ҡалдырмаҫҡа кәрәк.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас