Башҡортостанда аномаль йәйге эҫелек тамамлана.
Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала һауа температураһы түбәнәйә башлай.
Аҙнаның тәүге яртыһында көндөҙ +32, +35 градус эҫе була. Йомаға термометр бағанаһы көндөҙ 28 градусҡаса түбәнәйә, төндә лә һалҡынайта. Урыны менән ямғыр һәм йәшен фаразлана.
28 һәм 29 августа республика биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә, көндөҙ һауа температураһы +20, төндә+13, +16 градус.
Киләһе аҙна ла ҡояшлы була. Һауа көндөҙ +27 градусҡаса йылына. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.