Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
24 Август 2021, 17:05

Республикала уҡыусылар һәм студенттар электричкала ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкин

Льготанан 7 йәше тулған уҡыусылар һәм юғары уҡыу йорттары, урта махсус уҡыу йорттары, башланғыс һөнәри белем биреү училищеларының көндөҙгө бүлегендә белем алған студенттар файҙаланырға мөмкин.

Республикала уҡыусылар һәм студенттар электричкала ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкин
Республикала уҡыусылар һәм студенттар электричкала ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкин

Башҡортостанда 1 сентябрҙән уҡыусыларға электричкала йөрөү өсөн 50% ташлама бирелә. Льготанан 7 йәше тулған уҡыусылар һәм юғары уҡыу йорттары, урта махсус уҡыу йорттары, башланғыс һөнәри белем биреү училищеларының көндөҙгө бүлегендә белем алған студенттар файҙаланырға мөмкин.

Тәүгеләре — белешмә, икенселәре студент билетын күрһәтергә тейеш.

Силәбе өлкәһенән үткәндә ошондай уҡ ташлама бирелә, ә Ырымбур биләмәһендә дисконт 25% тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас