Ҡурай
+29 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
25 Августа 2021, 10:59

Өфө WorldSkills Russia-2021 милли чемпионаты финалын ҡаршылай

Конкурс һынауҙары кесаҙна, 26 августа, башлана.

Өфө WorldSkills Russia-2021 милли чемпионаты финалын ҡаршылайӨфө WorldSkills Russia-2021 милли чемпионаты финалын ҡаршылай
Өфө WorldSkills Russia-2021 милли чемпионаты финалын ҡаршылай

Бөгөн, 25 августа, «Ватан» паркында IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) милли чемпионатын асыу тантанаһы була.

«Йәш һөнәрмәндәр паркы»нда уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән try-a-skill («үҙеңде профессияла һынап ҡара») һөнәри йүнәлешле эшмәкәрлек майҙансыҡтары әҙер.

Чемпионат майҙансығында робот, Ер спутнигы менән идара итергә һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнергә, электр схемаһын йыйып, уны 3D-форматында баҫтырып алырға мөмкин.

Конкурс һынауҙары кесаҙна, 26 августа, башлана. Өфөгә чемпионатта ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һәм журналистар килеүен дауам итә. Уларҙы «Өфө» халыҡ-ара аэропортында, баш ҡалабыҙҙың тимер юл вокзалында һәм Рубеж урамындағы «Йәш һөнәрмәндәр паркы»нда ҡаршы алалар.

Тантананың махсус ҡунағы — Егор Крид. 10-300 метр бейеклектә осҡан меңгә яҡын дрон ҡатнашлығында тамаша була.

Тамашасылар быны тәбиғи амфитеатр битләүенән ҡарай ала.

 

Белешмә.

IX «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты финалы 25-29 августа Өфөлә уҙғарыла.

26, 27 һәм 28 августа тамашасыларға «Йәш һөнәрмәндәр паркы»на инеү бушлай.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас