Ҡурай
+16 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
30 Августа 2021, 09:18

Башҡорт википедияһы сентябрҙә «Башҡорт исемдәре 202» тигән яңы конкурс ойоштора

Унда республиканың белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнаша ала.

Башҡорт википедияһы сентябрҙә «Башҡорт исемдәре 202» тигән яңы конкурс ойоштораБашҡорт википедияһы сентябрҙә «Башҡорт исемдәре 202» тигән яңы конкурс ойоштора
Башҡорт википедияһы сентябрҙә «Башҡорт исемдәре 202» тигән яңы конкурс ойоштора

Башҡорт теленең һүҙ байлығын өйрәнеү, башҡорт исемдәренең тылсымлы серен асыҡлау, интернетта башҡорт теле даирәһен артабан үҫтереү, исемдәр аша халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, шәхес исемдәре менән бәйле республиканың ер-һыу атамалары, тарихи-мәҙәни объекттары тураһында мәғлүмәтте барлыҡ донъяға еткереү маҡсатында уҙғарыла.

Конкурс Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә ойошторола һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Башҡорт тарихы йылы» проектының бер өлөшө булып тора. Тематик йылға йомғаҡ яһағанда конкурс һөҙөмтәләре лә иҫәпкә алына.

Конкурстың бүләк фонды – 120 мең һум. Әүҙем ҡатнашыусыларҙы, яҙылған һәм талаптарға тап килгән мәҡәләләр һанына ҡарап, Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендәге матбуғат баҫмаларына  («Аҡбуҙат», «Йәншишмә», «Аманат», «Йәшлек», «Шоңҡар») яҙылыу, OZON интернет-магазины сертификаттары, виртуаль миҙалдар һәм портфолиоға дипломдар көтә.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас