Ҡурай
+11 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
30 Августа 2021, 13:19

Мәктәптә туҡланыу ҡиммәтләнә

Республика мәктәптәре уҡыу йылын башларға һәм уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер.

Мәктәптә туҡланыу ҡиммәтләнәМәктәптә туҡланыу ҡиммәтләнә
Мәктәптә туҡланыу ҡиммәтләнә

Бөгөн республика премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәктәп ашханаларында туҡланыу хаҡының артыуы тураһында белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, республика мәктәптәре уҡыу йылын башларға һәм уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер.

«Иртәгә туҡланыу хаҡын арттырыуҙы раҫлау өсөн документтарҙы күрһәтербеҙ. Хаҡты аҙаҡ ваҡыт арттырмай торҙоҡ, ләкин бөгөн күрше төбәктәр сумманы күтәрҙе, беҙгә лә уны тигеҙләү талап ителә. Барлыҡ иҫәпләүҙәр республиканың Финанс министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Сауҙа министрлығы менән берлектә эшләнгән. Иртәгә раҫлатыу өсөн һеҙгә инәбеҙ һәм 1 сентябрҙән үк яңы түләү индерергә әҙербеҙ», — тине Андрей Назаров, республика Башлығына мөрәжәғәт итеп.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 сентябренән башланғыс класс уҡыусылары бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә. Ил президенты Владимир Путин ошондай ҡарар ҡабул итте. 

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас