Ҡурай
+22 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
7 Сентября 2021, 16:05

Яңауылдың вокзал майҙаны ниндәй буласаҡ?

Территорияны төҙөкләндереү перспективалары

Яңауылдың вокзал майҙаны ниндәй буласаҡ?Яңауылдың вокзал майҙаны ниндәй буласаҡ?
Яңауылдың вокзал майҙаны ниндәй буласаҡ?

Яңауылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” проекты сиктәрендә территорияны төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә. Шул уҡ ваҡытта тимер юл вокзалы эргәһендә йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөлөшө һәм яҡындағы зонаны төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу темптарҙа бара. Заказсы — “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, ә проекттарҙы эшләү  менән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән махсус ойошмалар шөғөлләнде.

Ике проект та ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Хәҙер вокзал майҙанын төҙөкләндереүҙе тамамлау этабында ике проектты ла дөрөҫ итеп ғәмәлгә ашырырға кәрәк.

Муниципаль һәм тимер юл территорияларын гармониялы берләштереү мәсьәләһе буйынса фекер алышыу өсөн район етәкселеге “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте вәкилдәре — Горький тимер юл вокзалдары төбәк дирекцияһының баш инженеры Михаил Трофимов һәм Горький тимер юлы – Ижау төбәге буйынса филиалдың баш инженер урынбаҫары Виктор Мирошниченко менән осрашты. Мөһим ваҡиғала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ҡалалары үҫеше институты, күпер төҙөлөшө буйынса күҙәтселек хеҙмәте белгестәре, Яңауыл ҡалаһының вокзал һәм станция етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу сиктәрендә тимер юл транспорты инфраструктураһы хәүефһеҙлеге нормалары, майҙансыҡтарҙы ҡулланыу буйынса халыҡ өсөн уңайлыҡтар яғынан билдәле ҡарарҙар ҡабул ителде.

“Вокзал майҙанын төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашырыу эшен артабан да дауам итәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, төҙөкләндерелгән вокзал эргәһе  майҙансығы һәм йәйәүлеләр өсөн яңы күпер ҡалабыҙҙы үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ итәсәк”, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.

Территорияны артабан үҫтереү программалары тураһында ла фекер алыштылар. Муниципалитет тимер юл вокзалы майҙанын заманса талаптарға һәм “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” проекты сиктәрендә эшләнгән концепцияға тура килтереү тәҡдиме менән сыҡты. Концепция ҡатнашыусылар тарафынан хупланды.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас