

Пенсия йәшендә булыуҙарына ҡарамаҫтан, клуб ағзаларының дәрте һоҡланырлыҡ. Улар йәҙүәл буйынса бөтә күнекмәләрен дә ваҡытында башҡара, ҡалала үткән бер саранан ди ситтә ҡалмай. Аҙнаһына ике тапҡыр 10,20, 30 километр алыҫлыҡҡа походтарға йөрөйҙәр. Бер йыл эсендә улар 50 мең километр юл йәйәүләп үткән. Күптән түгел клубтың иң әүҙем ағзалары Алтайға барып ҡайтты.
Клубға бағышлап «Иҙел» мәҙәниәт йорто артистары концерт күрһәтте, клуб ағзалары үҙҙәре лә яратҡан бейеүҙәренән попурри башҡарҙы.
Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илүс Ялашев уларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.