

Ҡалтасыла мотоярыш буйынса ярыштың өсөнсө этапы үтте. Мотоярыш Башҡортостан Республикаһы мотоспорт Федерацияһы, Ҡалтасы хакимиәте һәм Нефтекама ҡалаһының ОНО СТК ярҙамы тарафыннан ойошторолдо. Ярышҡа республиканың иң көслө командалары Нефтекама, Өфө, Салауат һәм Пермь ҡалаларыннан делегаттары йыйылды. Тәжрибәле мотоярышсылар менән берлектә 9-10 йәшлек йәш мотоспорт тәрбиәселәре лә актив ҡатнашты.
Ҡалтасы район хакимиәте Зәбир Ғабдуллин спортсмендарҙы сәләмләне. Мотоярыш өсөн билдәле урын да районда әҙерләнде. Ә бына ярыш башланыр көндө һауа торошо бик һөйөндөрмәне - ямғыр яуҙы. Ҡойоп ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан мотоярыш юғары кимәлдә үтте. Ярышта еңеүселәр ҙә һәм еңелеүселәр ҙә булды.
Шуға ҡарамаҫтан, Ҡалтасы районында киләсәктә ошондай ярыштар йыл һайын үткәрелеп торасаҡ.